Күршеләргә "теше үтмәне"
Күршеләргә "теше үтмәне" Яңыраҡ Магнитогорскиҙа урындағы "Металлург" менән "Салауат Юлаев " командаһы араһында матч тамамланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлаевсылар осрашыуҙы бик насар башланы. Тәүге осорҙа уҡ хужалар ҡапҡабыҙға 4 яуапһыҙ шайба индерҙе. Тренерҙарыбыҙ аптырағандың көнөнән ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовойҙы йәш һәм тәжрибәһеҙ Никита Богдановҡа алмаштырҙы. Икенсе осорҙа "ҡорос ҡойоусылар" иҫәпте 5:0 еткерҙе. Ошонан һуң беҙҙекеләр боҙҙа йылдамыраҡ ҡыбырлап, йәш уйынсыбыҙ Максим Загребин тәүге шайбаһын индерҙе. Беҙҙекеләрҙең башҡаһына хәле етмәй, уйын "Металлург" файҙаһына 7:1 иҫәбенә тамамланды. Хужалар әҙселектә булған мәлде лә шәп һөжүмселәребеҙҙең береһе лә файҙаланманы. Командабыҙ миҙгел алдынан үткән Ромазан Кубогында ла еңә алмағайны. Күршеләр беҙҙекеләр өсөн һаман да " теш үтмәҫлек" команда булып ҡала.