«ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ!
«ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ! 🎉 Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте! «Йәшлек» гәзитенең MAX каналында ойошторолған «Тәүге уҡытыусым» конкурсында тауыш биреү тамамланды, еңеүселәр билдәле булды! 📸 Иң тәүҙә беҙ бәйгеселәрҙән фотолар ҡабул итеп, уларҙы көн һайын MAX каналыбыҙҙа баҫтырып барҙыҡ. Барлығы 36 кеше үҙенең тәүге уҡытыусыһы менән бәйле фотоһүрәтен ебәреп, конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. 🗳 5 октябрҙән 9 октябргә тиклем барған тауыш биреү ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу ярышҡа әүерелде! Ҡатнашыусыларҙың береһе лә бирешергә теләмәне, һәр кем үҙенең яратҡан уҡытыусыһына мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйырға тырышты. Дуҫтар, туғандар,класташтар, яҡташтар ҙа ситтә ҡалманы, дәррәү тауыш бирҙе. Әйткәндәй, конкурста «Йәшлек» гәзитенең MAX каналына яҙылыусылар ғына тауыш бирә алды. 🏆 Һәм бына, 9 октябрҙә, киске сәғәт 21:00-ҙә, иң күп тауыш йыйған өс еңеүсе билдәле булды! 🥇 I урын — Нурзилә Ғәйнитдинова (Хәйбулла районы, Антингән ауылы) — 251 тауыш! 🥈 II урын — Рәйлә Исҡужина (Баймаҡ районы, Түбә ауылы) — 207 тауыш! 🥉 III урын — Зөлфиә Ишморатова (Бөрйән районы) — 162 тауыш. Уларға «Йәшлек» гәзитенең Шөһрәтнамәһе һәм редакцияның бүләге тапшырыласаҡ. 👏 Шулай уҡ әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тауыш йыйған конкурсанттарыбыҙҙы ла билдәләп үтәбеҙ, улар дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булды. ✔️ Клара Байғаҙаҡова (Күгәрсен районы, Сәлих ауылы) — 141 тауыш; ✔️Әмир Баймырҙин (Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы) — 133 тауыш! ✔️Нәзирә Ишкилдина (Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы) — 119 тауыш. Еңеүселәр һәм дәртләндереү призына лайыҡ булыусылар тураһында гәзит битендә лә материал донъя күрәсәк. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ бәйгеселәребеҙгә, шулай уҡ тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, бәйгеселәрҙе дәртләндергән, улар өсөн янып-көйгән барыһына ла ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән конкурсыбыҙ ысын мәғәнәһендә матур байрамға әүерелде. Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт! Алдағы бәйгеләрҙә лә осрашҡанға тиклем! Тәүге уҡытыусыбыҙға булған хөрмәт, һөйөү һәм рәхмәт хисе күңелебеҙҙә мәңге йәшәһен! ❗Тауыш биреү һөҙөмтәһен шул уҡ тауыш биргән ерҙә ҡарарға була: Беренсе өлөш: https://max.ru/yeshlek_gazite/AaENEzQoCTE Икенсе өлөш: https://max.ru/yeshlek_gazite/AaENNTAPCjc