Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашты. Көндөҙөн һауа температураһы +23 г...
Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашты. Көндөҙөн һауа температураһы +23 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ти синоптиктар. Сираттағы «Әбейҙәр сыуағы» күпме дауам итәр? Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көн шундай уҡ йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Тик төндәрен генә урыны менән һауа температураһы 0, -2 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Синоптиктар алдағы ете көнгә фараз яһаны. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эш аҙнаһы аҙағында республикала болотло буласаҡ, әммә яуым-төшөм көтөлмәй. Ял көндәрендә ҡояшлы һауа торошо ҡайтасаҡ, тик һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк — +14, +17 градусҡа тиклем, был барыбер октябрь уртаһы өсөн аномаль булып тора. Белгестәр фекеренсә, киләһе аҙнала температураның әкренләп түбәнәйеүе дауам итәсәк. Октябрҙең өсөнсө декадаһында +6, +9 градус булыуы көтөлә. Ай аҙағына тиклем яуым-төшөм фаразланмай. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь һалҡын һәм ямғырлы буласаҡ. Һауа температураһы 0, +6 градус тирәһе торасаҡ. Айырым көндәрҙә термометр бағанаһы -2 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Ҡояшлы көндәр аҙ буласаҡ.