Бик кәрәкле еңеү
Бик кәрәкле еңеү Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы үҙ боҙонда Татарстандың "Нефтехимигын" ҡабул итте. Тәүге осорҙа иҫәпте ҡунаҡтар асты . Беҙзекеләр күпселектә Шелдон Ремпалдың тырышлығы менән оҙаҡҡа һуҙмай яуап шайбаһы индерҙе. Икенсе осорҙа йәнә Шелдон аҙаҡкаса көрәшеп, иҫапте арттырҙы. Өсөнсө осорҙа ҡунаҡтарҙвң иң яҡшы бомбардиры Белозеров көтмәгәндә һуҡҡан шайба ҡапҡабыҙға ҡунаҡланы. Был юлаевсыларҙы сәмләндереп ебәрҙе: Максим Кузнецов , шунан Владислав Ефремов мәргәнлеген иҫбатланы. Йәш уйынсыбыҙ Максим Загребин әҙселектә гол индереп, төп составҡа юҡҡа ғына эләкмәүен иҫбатланы. Шулай итеп , иҫәп өфөләр файҙаһына -4:3.Афарин! Әле Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында командалар бик тығыҙ килә. Ныҡ аҫҡа төшөп китмәҫ өсөн юлаевсыларға үҙ боҙондағы уйындарҙа мотлаҡ еңергә кәрәк. Өҫтәүенә алдағы уйындарҙа уны үҙе еңелгән командалар менән уйындар көтә.