🌿Көнөгөҙ матур үтһен!
🌿Көнөгөҙ матур үтһен! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Халыҡ-ара тәбиғәт бәлә-ҡазалары хәүефен кәметеү көнө ✔️Бөтә донъя тромбозға ҡаршы көрәш көнө ✔️Рәсәй Федерацияһы Хәрби-диңгеҙ флотының гидрография хеҙмәте көнө ✔️Мәғлүмәт бизнесы менән шөғөлләнеүселәр көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.