Һәр кемгә ярап булмай
Һәр кемгә ярап булмай Һәр кешегә ярап булмай, Теләк тә юҡ ярарға. Кем оҡшатмай — урап үтһен, Килдем шундай ҡарарға. 🍃 Дошман күргән — йөҙөн борһон, Үткәндә йәнәшәмдән. Мин яҡтылыҡ эҙләмәйем, Мунсала янған шәмдән. Үҙ донъямды яҡтыртырлыҡ Шөкөр, бар үҙ ҡояшым... ☀️ Һәр кем хәленән килгәнсә, — Яҡтырта үҙ донъяһын! 🌸 🪶 Рамай Ҡаһир.
985 просмотров