🌷 АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫ БЕҘ! 🌷
🌷 АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫ БЕҘ! 🌷 Ҡояштан иртә торабыҙ — ☀️ Таңдар бәхет өләшә. Беҙҙең уңғанлыҡҡа хатта Бал ҡорттары көнләшә. 🐝 Тауыҡ сүпләп өлгөр(ә) алмаҫ Бөтмәҫ мәшәҡәтебеҙ. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар, баҡсалы Ауыл ҡатындары беҙ. 🏡 Башта яулыҡ, өҫтөбөҙҙә Балитәкле күлдәктер. Ялбыр баштар, ялтыр боттар Арабыҙҙа һирәктер. 😊 Ҡояштай көләс йөҙөбөҙ Болотламай ҙа хатта. Әйтерһең ҡайғы-хәсрәт юҡ Ярыҡ үксәнән башҡа. 😄 Баҡса үҫә, ҡош-ҡорт уңа, 🌿 Һөт-ҡаймаҡ ағып тора. Йәшәйбеҙ беҙ рәхәтләнеп, Эштән йәм табып ҡына. Йәмле йәйҙә ҡунаҡ түгел Себен генә ҡаҡшата. Ауыл һағынып ҡайтҡандар Беҙҙе бигерәк ярата. ❤️ Итәк тулы бала-саға, Ейәндәр, ейәнсәрҙәр. Бер өҫтәл булып гөрләшеп Эсәбеҙ тәмле сәйҙәр. ☕ Эштән арып ҡайтҡан иргә Әҙер ҡайнар ашыбыҙ. Әҙер ҡайнар мунсабыҙ, һәм... Һәм ҡайнар ҡосағыбыҙ. ❤️ Иңебеҙҙә мең мәшәҡәт, Бирешмәйбеҙ барыбер. Тос беләкле, саф йөрәкле Ауыл ҡатындары беҙ! 💪🌷