Башҡортостанда йылытыу менән бәйле хәл тураһында брифинг: БЮТ тура эфир уҙғара
Башҡортостанда йылытыу менән бәйле хәл тураһында брифинг: БЮТ тура эфир уҙғара Көҙ бик яҡшы көндәр бүләк итте, йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирҙеләр, әммә һорауҙар бар. Коммуналь хеҙмәттәр ҡышҡа әҙерме? Әгәр фатирҙағы батареялар һаман да һалҡын булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Өйҙә эҫе, тышта йылы булғанда нимә эшләргә? Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ телеканалдың, ЦУР-ҙың һәм төбәк Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә махсус брифинг бөгөн киске сәғәт 7-лә башлана.