Ейәнсура районының Биштирәк ауылы янындағы Һаҡтауҙа матур сара үткән
Ейәнсура районының Биштирәк ауылы янындағы Һаҡтауҙа матур сара үткән Бейеклеге 610 метр булған был тау борон-борондан тыуған ерҙе, мал-тыуарҙы һаҡлау урыны булып һаналған. Ул Торатауҙан 208 метрға бейегерәк. Ойоштороусылар байрамда тау башына йүгереү ярышы, «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыны һәм концерт ойошторолоуы хаҡында хәбәр итә. Олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан. Ил-йорт именлеге өсөн доға ҡылынған, ҡунаҡтарҙы тәмле аш-һыу менән һыйлау ҙа ойошторолған. Сара күңелле һәм иҫтәлекле булған. Был хаҡта видеояҙманан ҡарағыҙ.