... Килеп тороп эҫе, иртә яҙҙан алып йәй буйына тәбиғәт йөҙөнә бер тамсы ямғыр төшһәсе,...
... Килеп тороп эҫе, иртә яҙҙан алып йәй буйына тәбиғәт йөҙөнә бер тамсы ямғыр төшһәсе, ер урын-урыны менән барм-аҡ һыймайы сатнаған тишек яһап ярғысланды. Унан башҡа ла кибеп, ҡороп бөттө һәммәһе. Бәлә өҫтөнә бәлә, ағастарға ҡорт ябырылды, баҫыуҙарҙа һоро сиңерткә үрсеп китте. Күңелгә шом һалып эргә-тирәлә ҡойон өйрөлөп бейей. Йот инде, торғаны тере йот. Бесән мәле еткәс йәйәүләп сабынлыҡҡа барған булам, ә унда һыйыр теленә эләгер үлән тапмаҫһың, япраҡ бәйләр инең дә, йә уныһы юҡ. Ураҡ менән урман эсендәге ҡайын төптәрен элеп-тартып урып, шуны тоҡҡа тултырып йөкмәп ташыйым өйгә аптыраған көндән... Сайтта  https://ye102.ru/articles/litra/2026-10-21/yyyr-ha-y-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4820622