Ниһайәт, күршеләрҙе еңделәр!
Ниһайәт, күршеләрҙе еңделәр! Магнитогорскиҙа урындағы "Металлург" менән "Салауат Юлаев командаһы араһындағы матч тамамланды. Юлаевсылар Алыҫ Көнсығыштан тура күршеләргә барҙы. Улар , алыҫ юлдан арып килеүҙәренә ҡарамаҫтан, бынан алдағы еңелеүҙәр өсөн реванш алырға тырышты . Башта иҫәпте Максим Кузнецов асты.Хужалар быға тиҙ генә гол менән яуап бирҙе һәм тәүге осор улар 3 шайба индереп, алға сыҡты. Икенсе осорҙа ике яҡтан да тәртип боҙоуҙар йышайып, өфөләр боҙҙа өсәү генә ҡалды. Капитаныбыҙ Григорий Панин хатта матч бөткәнсе уйындар ситләтелде. Өсөнсө осорҙа Александр Жаровский икенсе шайбаны индергәндән һуң, егеттәребеҙ ышаныслыраҡ уйнай башланы һәм Вадим Щипачев иҫәпте 3:3 итте. Джек Родуолд Смолиндың ҡапҡаһына дүртенсе голды индереп, командабыҙға төп ваҡытта еңергә ике минут ҡалғас, "ҡорос ҡойоусылар" ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып, иҫәпте тигеҙләне. Уйын өҫтәмә ваҡытта дауам итте.Еңеүсе унда ла асыҡланманы һәм булиттар серияһы үткәрелде. Бында Шелдон Ремпалдың голы командабыҙға ике мәрәй килтерҙе. Афарин, юлаевсылар!