Башҡорт шағиры Риф Тойғонға — 80
Башҡорт шағиры Риф Тойғонға — 80 Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй... Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар... Халҡы данын батыр ишәйтә. Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Тоғро булһаң антҡа — шул етә. Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ, Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә. Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Һатмаһаң һин намыҫ — шул етә. "Беҙ кем?" — тигән һорау тормай, беләм, Уралыма һөйөү йәшәтә. Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Халҡың өсөн янһаң — шул етә, Халҡың өсөн янһаң — шул етә! Юлай Кәримов фотоһы