... Бер мәжлескә инеп ултырғас, күрәм: йыйылышҡа килгән ир-егеттәр барыһы ла башына түб...
... Бер мәжлескә инеп ултырғас, күрәм: йыйылышҡа килгән ир-егеттәр барыһы ла башына түбәтәй кейгән, берәүһенән башҡалары. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе оҙон итәк-еңле кейемдә, баштарын, муйындарын ҡаплап торған яулыҡта. Ә бәғзе нәфис заттарыбыҙ ҡыҫҡа итәкле һәм ҡыҫҡа еңле, яғаһыҙ күлдәктә килгән. Тик мәжлес башланыр алдынан ғына, сумкаларынан косынкаларын ала һалып, баштарына бәйләп алдылар. Муйын һәм башҡа тән өлөштәре, әлбиттә, асыҡ килеш ҡалды. Динебеҙ ҡанундарына ҡапма-ҡаршы булған бындай күренешкә барыбыҙ ҙа өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, үкенескә күрә. Әммә иғтибарымды бына нимә йәлеп итте: әле генә башына өсмөйөшлө кескәй яулығын бәйләп алған ҡатын яланбаш ултырған йыуаш ирен шелтәләргә тотондо… түбәтәйен өйҙә онотоп ҡалдырғаны өсөн. Минең: “Ир кешегә яланбаш йөрөүҙе лә шәриғәт рөхсәт итә бит ул, ә бына ҡатын-ҡыҙҙарға…” – тип ниҙер әйтеүемә бөтөнләй иғтибар итеүсе булманы. Хужаның өйҙә “запас” түбәтәйе булған икән алай ҙа… Сайтта: https://ye102.ru/articles/iman/2022-09-16/paradokstar-ebe-l-eterlek-2944975