🌷 «ӘСӘЙ» — ЙӨРӘКТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРГӘН ЙЫРЛЫ-МОҢЛО КИСӘ
🌷 «ӘСӘЙ» — ЙӨРӘКТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРГӘН ЙЫРЛЫ-МОҢЛО КИСӘ 🎶 30 октябрҙә 19:00 сәғәттә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында БЮТ-ның «Әсәй» тип аталған өсөнсө йырлы-моңло кисәһе үтә. ❤️ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы тәрбиәләгән әсәйҙәргә арналған сара рәхмәт, һөйөү һәм ихтирам хистәре менән һуғарылған. Кисәлә Нәзифә Ҡадырова, Ришат Төхвәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Азамат Ғафаров, Иҙрис Кәлимуллин, Эдуард Хөснөтдинов, «Бүреләр» төркөмө һәм башҡа билдәле артистар сығыш яһай. 🤍 Сәхнәгә ил һағында торған батырҙарҙың әсәләре лә күтәреләсәк. Тамашасыларҙы күңелгә үтеп ингән йырҙар, «Әсәй» телевизион тапшырыуҙарынан тәьҫирле өҙөктәр һәм әсәләргә арналған үҙенсәлекле бүләктәр көтә. 🌹 Әсәйҙәргә рәхмәтебеҙҙе бергә еткерәйек! Был кисә — улдарыбыҙҙы батыр итеп тәрбиәләгән, уларҙың именлеген теләп йәшәгән әсәләргә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге. 📍 Ҡасан: 30 октябрь, 19:00 📍 Ҡайҙа: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Килегеҙ! Йыр-моң аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерәйек, әсәләрҙең күңел йылыһын бергә тояйыҡ!