Үҙ боҙобоҙ ҙа ярҙам итмәне
Үҙ боҙобоҙ ҙа ярҙам итмәне Әле генә "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" менән Сочиның "Сочи" командаһы араһындағы уйын тамамланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлаевсыларға үҙ боҙо ла, көйәрмәндәрҙең туҡтауһыҙ әйҙәүе лә ярҙам итмәне-улар ҡунаҡтарға 1:2 иҫәбенә еңелде. Дәғүәсе ҡапҡаһына берҙән-бер голды Максим Загребин индерҙе. Беҙҙекеләр был юлы ла күпселекте файҙаланманы. Штраф эскәмйәһенә йыш ултырыу ҙа тейешенсә уйнарға бирмәне. Уйынсылар дүрт көн ял иткәндән һуң, 1 ноябрҙә Санкт-Петербургта нигеҙләнгән "Шанхай дракондары " менән уйнаясаҡ. Бәлки шунда еңерҙәр...