Илнара СӨНӘҒӘТУЛЛИНА
Илнара СӨНӘҒӘТУЛЛИНА Киләһе ҡатнашыусыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Илнараға – 16 йәш. Баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән. Әлеге көндә Өфө тармаҡ технологиялары колледжында белем ала. Илнара документтар һәм архив эше менән бәйле булған йүнәлеште һайлаған. Уҡыуы бик оҡшай, ти ҡыҙ, уҡытыусылары ла маҡтап тора. Илнараның киләсәктә тыуған ҡалаһына кәрәкле белгес булғыһы килә. Ҡыҙ спорт менән дуҫ. Биш йәшенән үк еңел атлетика менән шөғөлләнә. Артабан да һынатма, Илнара! Сайтта: https://ye102.ru/articles/guzel/2026-10-27/ilnara-s-n-tullina-4848148