🎨 Гүзәл Кәримова — Бөтә донъя һөнәрҙәр советының Көнсығыш Европа буйынса рәсми вәкиле!
🎨 Гүзәл Кәримова — Бөтә донъя һөнәрҙәр советының Көнсығыш Европа буйынса рәсми вәкиле! «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова Бөтә донъя һөнәрҙәр советының (World Crafts Council International, WCC-AISBL) Көнсығыш Европа буйынса рәсми вәкиле итеп тәғәйенләнде. Был ҡарарҙы Совет президенты Саад Әл-Ҡаддуми ҡабул иткән. 🌍 Яңы вазифа башҡорт халыҡ кәсептәрен халыҡ-ара кимәлдә танытыу, милли сәнғәтебеҙҙе донъяға сығарыу һәм оҫталарыбыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асыу йәһәтенән мөһим аҙым булып тора. Бөтә донъя һөнәрҙәр советы 1964 йылда ойошторолған. Ул традицион һөнәрҙәрҙе һаҡлауға, оҫталарға ярҙам итеүгә һәм халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итә. 🏆 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2025 йылда Өфө «Бөтә донъя һөнәрҙәр ҡалаһы» тигән халыҡ-ара статусҡа лайыҡ булды. Ә 2026 йылда был исем Сибайға ла бирелде. Ҡала ташты художестволы эшкәртеү һәм башҡорт милли ювелир сәнғәте буйынса һөнәрселек үҙәге булараҡ танылды. Башҡорт халыҡ кәсептәренең халыҡ-ара кимәлдә танылыуы — милли мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу юлындағы мөһим аҙым!