Юнир Һағынбаевтың йырҙарын яратаһығыҙмы, дуҫтар?
Юнир Һағынбаевтың йырҙарын яратаһығыҙмы, дуҫтар? «Тәгәрәне бешкән алмалай ғүмер.. » Алмаларым бешәме икән, Бешәме икән, бешәме икән, Ғүмеркәйҙәр үтәме икән, Үтәме икән, үтәме икән? 🎶Ҡушымта: Тәгәрәне, тәгәрәне, тәгәрәне Бешкән алмалай ғүмер, Тәгәрәне, тәгәрәне, Тота алманым, Ғүмер бит алма түгел. Ғүмеркәйҙәр үтә икән, Үтә икән үтә икән , Еп-йомғаҡтай һүтелә икән, Һүтелә икән, һүтелә икән. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. Алма кеүек йәшлектәрҙең Белеп кенә ҡәҙерҙәрен , Өҙмәй генә йомғаҡтарын Үткәрәйек ғүмерҙәрҙе. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ.