... Бына ошо ниәт менән үҙенең йәштәше Нәдирҙең бисәһен күреп һөйләшергә барғайны. Мәфт...
... Бына ошо ниәт менән үҙенең йәштәше Нәдирҙең бисәһен күреп һөйләшергә барғайны. Мәфтуха көнләшер тип башына ла килтермәне. Бибинур менән ҡырыҫ ҡына һөйләшергә әҙерләнеп барҙы Әхнәф. Тәү ҡайтҡанында ауылды яратмай киткән, аҡса туҙҙырмаҫ өсөн Нәдирҙе отпускыға ла ҡайтармаған, тигән имеш-мимеште иҫенә төшөрҙө. Ул донъя малына, сепрәк-сапраҡҡа ҡаныҡҡан, таш бәғерле ҡатынды осратырға әҙерләнде. Ә бына Хисаметдин ҡарттарҙың ишек алдындағы былтырғы ҡыу үләндәрҙе тырмалап йөрөгән Бибинурҙы алыҫтан уҡ күреү менән, ни өсөндөр Әхнәфтең күңеле йомшарҙы ла ҡуйҙы... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-28/di-ge-a-sarla-y-hik-y-shakir-yanbaev-4818381