... Унда инде шәкәрһеҙ сәй, икмәк бушлай, батмус тулған ун стаканға бер буханканы ҡушып...
... Унда инде шәкәрһеҙ сәй, икмәк бушлай, батмус тулған ун стаканға бер буханканы ҡушып алһаң да аҡса талап итеүсе юҡ. Шул ашханаға барып, арыш икмәген умыраһынан тешләп ҡабып тирләгәнсе сәй эсеп ҡайтһаҡ йотлоҡтан йомолған күҙҙәребеҙ асылғандай итә. Беҙҙе танып бөткән ашнаҡсылар йәлләптер инде, тоҙлоҡ ишараты сағылмаған кәбеҫтә һурпаһын да өҫтәп бирә, ойошҡаныраҡ, ҡырҡыулығы ауыҙҙы өткән, йә бөтөнләй тоҙ һалынмаған тары бутҡаһы ла эсте тишә һалып бармай. “Етемдең ҡорһағы ете ҡат”, тиҙәр бит, ә беҙ инде, асмәйелдәр, насип тәғәмдән баш тартмайбыҙ, барабанындағы бойҙайҙы емертеп һөйрәгән тирмән ташы һымаҡ алға килтерелгәнде йыпырабыҙ ғына, сеүәтәне күтәреп эсеп, тәрилкәнең төбөн ялтыратып ялап уҡ ҡуябыҙ. Туйғандан һуң сикһеҙ рәхмәт йөҙөнән, түләү урынына ашнаҡсыларға мөләйем, алсаҡ йылмайып бағабыҙ... сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-30/a-lashyu-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4818406