Өфөлә " Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" форумы бара. Бөгөн «Торатау» конгресс-холында...
Өфөлә " Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" форумы бара. Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Башҡортостанда креатив (ижади) индустриялар өлкәһендә «Ижадсылар» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. «Креатив локаль бренд» номинацияһында Әбйәлил районының Буранғол ауылы ҡыҙҙары - Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар нигеҙ һалған «Минзифа» дизайнер кейеме бренды еңеүсе тип танылды. Ул йәштәрҙең башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын тергеҙә һәм заманса көндәлек кейемгә милли биҙәктәр һәм орнаменттар индерә. Һай,үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! Ҡотлайбыҙ!