Еңеүсегә өс тоҡ бойҙайҙы тапшырҙыҡ!
Еңеүсегә өс тоҡ бойҙайҙы тапшырҙыҡ! – Еңербеҙ тип һис уйламағайныҡ, ныҡ ҡыуандыҡ! Ошондай конкурс ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңыраҡ ҡына бойҙайыбыҙ ҙа бөткәйне. Һеҙ килтергәнде көтөп, һатып алмай торғайныҡ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе Белорет районының Ғәбдөк ауылында йәшәүсе Хөсәйеновтар ғаиләһе. «Йәшлек» гәзитенең Макс каналында ойошторолған «Ҡабаҡ менән иң ҡыҙыҡ фото" конкурсында Өфө ҡалаһынан Эльза Нәбиева еңеү яулағайны. Уның ата-әсәһенә – Шәүрә менән Ғәле Хөсәйеновтарға «Йөҙлөкбаев» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зарина Йөҙлөкбаева әҙерләгән бүләкте – өс тоҡ бойҙайҙы алып барып тапшырҙыҡ. Еңеүсегә өс тоҡ бойҙайҙы тапшырҙыҡ!
Канал в каталоге Максиметера
5 766 подписчиков · Новости