Көткәс, ваҡыт айырыуса ығыш... Бына бейек ишектәр шар асылып китте лә эркелеп йәштәр сы...
Көткәс, ваҡыт айырыуса ығыш... Бына бейек ишектәр шар асылып китте лә эркелеп йәштәр сыға башланы. Иң тәүгеләрҙән булып атылып килеп сыҡҡан Таңһылыуҙы шунда уҡ таныны Ғәфүрйән. Ҡала ҡайһылай килешкән ҡыҙыҡайға! Бына ҡыҙ аяҡтарын етеҙ йүгертеп, ырғый- һикерә бейек баҫҡыстан төшә башланы. Йылмайып туп-тура Ғәфүрйәнгә табан килә. Егет ҡаушауҙан сигенгәндәй булды ла бер аҙым алға атланы. Тик Таңһылыу, уға күҙ ташлап ҡына алды ла үтеп китте, ҡайһы аралалыр артҡа килеп баҫҡан теге сибәр егеткә барып һыйынды. Баштан-аяҡ боҙло һыу ҡойонған һымаҡ шаңҡып күпме торғандыр Ғәфүрйән, иҫенә килеү менән ҡырт боролдо ла башы һуҡҡан яҡҡа ташланды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-08/keshel-r-yondo-ar-yma-4839585