Әсәһенән ҡотолоу юлын тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятм...
Әсәһенән ҡотолоу юлын тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажер”ының ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем үҙем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ яныңа ташып торормон, тип пенсияһы күсерелә торған банк картаһын да әсәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам. Үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш-еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре күптән ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылған сәй-төнәтмәлә эскәне юҡ. Былай ҙа ауыртҡан тамағы кибеп, сирле ашҡаҙаны ла, үҙенең барлығын белдереп, төрлө ауаз сығарып бөрә эстән. “- Их, киленкәйгенәмдең ҡәҙергенәһен белмәгәнмен элек,” – тип үкенә ҡарсыҡ, ауырыуҙан, асығыуҙан үҙәге өҙөлөп-өҙөлөп киткәндә. Уның менән, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә булһа, йортон, ауылын хөкүмәт фатиры тип ташлап сығып китмәһә, ошо көнгә ҡалыр инеме ни!? Барлыҡ – яраштыра, юҡлыҡ – талаштыра... Бушлай бирелгән был фатирҙар күпме туғандарҙы дошманлаштырҙы икән? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-01-30/kilen-sh-le-hik-y-3623167