Баҫалҡы холҡло, төҫкә лә бик күҙгә һалынып бармаған оло улдары ҡыҙҙар менән дә бик арал...
Баҫалҡы холҡло, төҫкә лә бик күҙгә һалынып бармаған оло улдары ҡыҙҙар менән дә бик аралашып бармай, ә инде баҫҡан урынында ут уйнатып йөрөгән, оҙон буйлы, төҫкә әсәһе һымаҡ һылыу Моратҡа ҡыҙҙарҙан ихтибар етерлек була, бәлки шуғалыр ҙа, йәшләй генә өйләнеп тә ҡуя ул. Балалар ир ҡорона етә башлағас, Сөләймән менән Аҫылбикә , ауыл балалары булараҡ, үҙ йорттарын булдырыу хыялы менән янып, ҡала ситенән урын алып, йорт төҙөргә керешәләр. Икеһе лә уңған кешегә хыялдарын тормошҡа ашырыу еңел булмаһа ла, тырышып- тырмашып йорт төҙөп, шатлыҡтары менән туғандары, дуҫтары менән ихлас бүлешәләр. https://ejansura.ru/articles/tormosh-aba-y/2026-08-06/tormosh-yuldary-atmarly-4773613