– Яртыһы һыу ҡушылған самогон менән алдаштырып, кеше ирҙәренән эшеңде эшләтәһеңме, битһ...
– Яртыһы һыу ҡушылған самогон менән алдаштырып, кеше ирҙәренән эшеңде эшләтәһеңме, битһеҙ, – тип башланы йыуан ғына ҡатын, яулыҡ осон артҡа ташлап. – Ah-ah, сөпөрә. Кемдән, нисек эшләтһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Ҡаҡса ғына оҙон буйлы ҡатын, бөтә ҡиәфәте менән үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтеп, йыуан ҡатын яғына әйләнде. – Ҡулыңдан килһә, һин дә яллап эшләт. – Үҙ өйөмдә кеше көсөн ҡулланаһым юҡ. Һәр кем үҙ ҡыйын үҙе йыйырға тейеш. Ҡаҡса ҡатын мыҫҡыллы көлөмһөрәне. – Әйтәм шуға йыяһың инде, һыҡра. Балаларың менән ҡуша бысрағыңа батып ултыраһың. – Миндәге сүп-сарҙы тикшергәнсе, үҙ артыңды һәрмәп ҡара, – тине лә йыуантыҡ таҙа ҡатын, туйтаңлап сығып китте. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-14/yat-g-m-4843692