– Әхирәт, бәлки осрашыу хөрмәтенә... бә–ләкәй генә сәкүшкә...
– Әхирәт, бәлки осрашыу хөрмәтенә... бә–ләкәй генә сәкүшкә... Мин өй эсенә күҙ йүгертәм дә ытырғанып баш сайҡайым. – Шулай инде, – ти ул намыҫланып, – беҙ себерҙәр менән ярыша алмайбыҙ. – Ҡайҙа йәшәүҙең бында әһәмиәте юҡ икәнен үҙең дә аңлап тораһың, шуға күрә юҡты һөйләп маташма. Куптән кешелек сифатын юғалтҡанһың, хәҙер балаларыңды ла юғалтырға уйлайһыңмы? Ҡасан уянырһың икән? Айыҡ аҡыл менән донъяға бер ҡара, исмаһам!? Кем өсөн йәшәйһең, бер шешә араҡы өсөнмө ни? Тауышымдың ҡалтырана башлауын тойоп, туҡтап ҡалам. Өгөт-нәсихәт тыңлар осоро үткән инде уның. Тамаҡтағы төйөрҙө көслөк менән йотам да ишеккә табан йүнәләм. – Әхирәт?.. Элекке шул тиклем яҡын, ҡәҙерле тауышты ишетеп, ҡапыл тертләнем дә артҡа әйләндем. Ҙур һоро куҙҙәрҙә гөлтләп ҡабынған нур сатҡыларын күреп өмөт ҡуҙы уянды. – Һин һуңғараҡ, мин шәбәйгәс кил, йәме? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-26/up-yn-sitend-4854533