- Ә, һинме ни әле минең баламдың башын ашарға йөрөгән ҡыҙ. Бына нимә, йә минең баламды ...
- Ә, һинме ни әле минең баламдың башын ашарға йөрөгән ҡыҙ. Бына нимә, йә минең баламды покойҙа ҡалдыраң, йә мин һине ҡыуҙырам үҙ илеңә. Нимә, үҙ илеңдә ир тапманыңмы? Бында килеп Рәмискә йәбешеп сығырға уйлаған икән берәү? Ҡуҡыш, һиңә эләкмәйәсәк, Рәмис, белдеңме? Бала менән ҡурҡытып тороп. Ул бала кемдекелер әле. Балалы бисә алырға минең улымдың башына тай типмәгән. Иларҙан алда түшәлеп ятмаҫ кәрәк ине, кем етте шуға. Хәҙер атай эҙләйеңме балаңа?Бынан ары минең улыма яҡынлайһы булма. Башың эшләй икән, кемгә йәбештерегә белә балаһын, - тип туҙынған ҡурҡыныс ҡатынға һүҙ әйтеү түгел, ҡарай ҙа алманы Асия. Ҡолап китмәҫ өсөн ултырғысҡа ултырып, башын баҫып өнһөҙ иланы ла иланы. Баштараҡ ни икәнен аңламаған Фатима әбей эштең айышына төшөнгәс тә төп яҡтан килеп сыҡты: - Рима, һинең дә кем икәнлегеңде бик яҡшы беләбеҙ. Бынамын тигән Хәмиткә һине лә йәбешеп сыҡты тинеләр. Хәҙер әллә кем булып торһаң да. Яҡшы саҡта дуй бынан, хәҙер атыу һиңә лә управа табылыр, бынағайыш. Минең өйөмә килеп тороп, даулашып торорға һиңә кем рөхсәт бирҙе әле. Һинең малайыңдан башҡа берәү ҙә тапаманы минең тупһаны. Рәмисең килде көн аша, унда һорап, бында һорап. Оятһыҙ, битһеҙ, хәҙер әсәһен ебәреп ултыра. Иртән мин барам мәктәпкә даулашырға. Берәүҙең бер ғәзиз балаһын рәнйетеп, бәхетле булырмы икән балаң? - тип йән асыуы менән бер тынала дыуылдатып, борҡотоп сығарып ебәрҙе Риманы. Рима сығып киткәс, күҙ йәштәренә быуылып илаған Асияны ҡосаҡланы ла үҙе лә илап ебәрҙе: - Эй, балам, балам, әйткәйнем дә бит һиңә, ҡул да бирмәгәйнем, ни эшләп кенә тыңламаның? Ҡалайтаһың, хәҙер илауҙан файҙа юҡ. Күпмелек һуң? Рәмис нимә тине?Былай ҡалдырып булмаҫ. Мәктәп, ауыл белә һинең арттан бер тотам ҡалмай йөрөгәнен. Һуңғы арала бик килмәй ҙә башланы әле. Ахырлай ҙа кис тимәй, төш тимәй һине һорап килә лә етә торғайны. Ала, алмай ҡайҙа барһын. Алдыртабыҙ беҙ аны. Вәт эт нәмә, әсәһенең ышығында ҡасып ҡалырға уйлай. Үҙ балаһын танымаһа, танытырбыҙ. Партийный буғай әле Рәмис, партком Ғәли кейәү менән кәңәшләшербеҙ бик булмаһа, әсәһенең һүҙенә төшөп киреләнеп ҡараһын, ярай илама, булыры булған бит, инде ни эшләмәк кәрәк? Ҡыҙ саҡта күҙ һуҡыр була шул, ҡалайтаһың, - тигәс тә Асия: -Ғәфү ит, әбей, һине тыңламаным, яңылыштым, мин һеҙҙе үҙ әсәйемдәй күрәм. Рәхмәт, барыһы өсөн дә, - тип әбейен ҡосаҡлап алды. Дауыл нисек башанһа, шулай тиҙ баҫылды, партком мәжбүр иттеме, әллә выжданмы, Рәмис Асияны мәктәп өйөнә, үҙе янына күсереп алды. Әсәһен, апайҙарын аптыратып, мин кейәүгә сыҡтым тип, хәбәр ебәрҙе. Мәктәп профкомы хәстәре менән улар хөрмәтенә табын ойошторолдо. Коллегалары матур теләктәр, ҡотлауҙар еткерҙе, бүләкләнеләр. Тәүҙә һәүетемсә генә барҙы тормош. Эш артынан эш, көн артынан көн үтте. Рәмис менән йәшәй башлағандың тәүге аҙнаһында иренең атаһы килде танышырға. Әсәһе кешеләрҙән балалы бисәне өйөмә индермәйем тип, хәбәр генә ебәрҙе. Ҡаратамаҡҡа ла яңғыҙы ҡайтты Рәмис. Әсәһе шулай яңғыҙ ҡайтырға ҡушҡанмы, әллә индермәйем тигәнен улына ла әйткәнме, барайыҡ әйҙә , тип ауыҙ асманы. Үҙе яңғыҙ йөрөһә лә Асияның әбейенә барғанын яратманы. Хатта йәйге отпускыға ла ҡайтарманы. Асияны күрергә апайҙары ғына килеп ҡайтты. Улар килеүгә, Асия тумалаҡланып эсе беленә башлағайны. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-03-16/balaly-bis-4616303