КИЛЕНЕҢ КӨНДӘШ БУЛҺА...
КИЛЕНЕҢ КӨНДӘШ БУЛҺА... Ә бер кис улы эштә оҙаҡлап китә. Уның бындай ғәҙәте булмағас, әсә хафаға ҡала. Тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, улын көтә. Мөхтәрҙе әллә ниндәй ҡурҡыныс аварияларға эләккәндер инде, тип ҡурҡып йоҡламай ултырғанда, өй ишеге асылып китә. Улы, уның артынан йәш кенә ҡыҙыҡай килеп инә. Мөхтәрҙең ҡыҙмаса булыуын һиҙеп, әсәһе аптырап китә. Сөнки улы руль артында бер ҡасан да эсмәй. Улы: “Әсәй, был Мәҙинә була. Ул бөгөн беҙҙә йоҡлай”, – ти ҙә урынына барып ауа. Иртәнсәк улы эшкә китә, ә ҡыҙ төшкә тиклем йоҡлай. Уянғас та тартынмай, әҙер ашты ултырып ашай ҙа, кире йоҡо бүлмәһенә инеп китә. Хәҙисә түҙмәй ҡыҙҙан: “Һин төшкө автобусҡа сыҡмайһыңмы? Һин ҡайһы яҡтан?” – тип һораша башлай. Тик ҡыҙ: “Миңә Мөхтәр көтөргә ҡушты”, – тиеүҙән артығын әйтмәй. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-17/kilene-k-nd-sh-bul-a-4847034