Перейти к содержимому
Максиметер

ЙӘЙГЕ ЯМҒЫР

ЙӘЙГЕ ЯМҒЫР ...Ялан буйлап һалҡын ел йүгерҙе, Арыштарҙың һыйпап арҡаһын. Талдар шаулаштылар. Көнбағыштың Ҡалтыранды һары ҡалпағы. Аяғүрә баҫып ҡыуандылар Миңә баш эйеүсе игендәр. Талдар таҡмаҡ әйтте, ә көнбағыш Бейеп торҙо баҫҡан ерендә. Ямғыр ҡойҙо! Ынйы тамсылары Түгелделәр ергә силәкләп. Душ аҫтында торған курортниктай Рәхәтләнде, буғай, тирәктәр. Беҙ, кешеләр, ямғыр тамсыларын Тирәктән дә ҡаты һөйәбеҙ. Алтын төшә ана шул ямғырҙың Һәр бер тамсыһына эйәреп. Р. Ниғмәти.

301 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 010 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.