📍ТУҠМАЙ ИКӘН, ТИМӘК, ЯРАТА... — 16 июля 2026 г. в 06:38:48.917
📍ТУҠМАЙ ИКӘН, ТИМӘК, ЯРАТА... Өләсәй ҡулында үҫкәндәр башҡаларҙан айырылып торғанына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Улар башҡаларҙан иплелеге, күндәмлеге, үҙен уратып алған ваҡиғаларҙы тынысыраҡ, түҙемлерәк ҡабул итеүе менән айырыла. Ғөмүмән, ундайҙарҙың тормошҡа, тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә ҡарашы бөтөнләй икенсе кеүек, минеңсә. Мәҡәләбеҙ геройы Вәсилә апай ҙа, беҙҙән артыҡ оло булмаһа ла, иҫ киткес сабырлығы, төплөлөгө, шул ваҡытта хыялға бирелеүсәнлеге менән айырыла ине. Береһенең үксәһенә икенсеһе баҫып үҫеп килгән өс улы ла үҙенә оҡшап, бик иғтибарлы, тәрбиәле булды. Тик ире генә ҡатынының ҡәҙерен белмәне. Бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне, тапҡан-таянғанын эскегә бөтөрҙө. Өҫтәүенә бер ниндәй сәбәпһеҙгә фәрештә кеүек ҡатынын һыу эскеһеҙ итеп туҡмап һалырға ла аптырамай ине. "Ирҙең көсө беләктә лә йөрәктә инде" йәки "Туҡмай икән, тимәк ярата", - тип һәр ваҡыт ирен аҡлай килде. ↘️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-07-16/tu-may-ik-n-tim-k-yarata-4751032

