📍АҠТҮШ. Булған хәл — 16 июля 2026 г. в 04:38:13.744
📍АҠТҮШ. Булған хәл Күп йәшәгән ни белгән, күп йөрөгән – шул белгән, тигән әйтем бар халыҡта. Ә бына Аҡтүш тыуғандан алып ошо үҙе элмәкләнгән өс метр сынйыр оҙонлоғонан ары йөрөгәне булмаһа ла, бик күпте күрҙе. Һис юғында эт үҙе тураһында шулай уйлай. Был йортта хәҙер байтаҡ йәшәй инде. Кәмендә ун биш йыллап барҙыр. Оло ҡыҙҙары Зәлиәнең, ул сағында өс йәшлек ҡыҙыҡайҙың, һүҙен йыҡҡыһы килмәгән әсәһе күрше ауылдан алып ҡайтҡайны. Ҡасып китмәһен тип, аталары шунда уҡ көсөктө ауыр сылбыр тағып, ҡаҙаҡлап та ҡуйҙы. Быйыл Зәлиәгә 18 тула. Шулай булғас, яңылышмаған Аҡтүш. Эт ғүмере өсөн ун биш йыл аҙ түгел, әлбиттә. Яҡшы тәрбиә, матур мөғәмәлә күргәндәр генә ошо йәшкә тиклем йәшәй ала. Һәр хәлдә шулай ти эт тотоусылар. Ә Аҡтүш нисек йәшәне һуң? Ашау-эсеү яғынан, һис шикһеҙ, һәйбәт булды уның. Хужабикә айырым бешереп, тәрбиәләп ашатты. Ҡыҙҙар ҙа иғтибарынан ташламаны. Уларға рәхмәттән башҡа бер һүҙе юҡ. Шулай ҙа һәр ваҡыт көсөргәнештә йәшәүен уйлағанда тормошон яҡшы тип әйтә алмай. ↘️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-07-16/a-t-sh-bul-an-h-l-4751025

