📍Мәңге йәш килеш ҡалған, ҡурҡыныс сиргә ҡаршы һуңғы һулышынаса батырҙарса көрәшкән Әли... — 28 августа 2026 г. в 06:33:34.884
📍Мәңге йәш килеш ҡалған, ҡурҡыныс сиргә ҡаршы һуңғы һулышынаса батырҙарса көрәшкән Әлиә һеңлем иҫтәлегенә. Мин уны үлтерергә булдым. Еңел генә, ауыртындырмай. Нескәлектәре тураһында уйлағас, эште еренә еткереп ҡуйырға мөмкин. Ана шуныһы иң ҡыйыны ла инде. Сөнки уны үлтергәс, үҙем дә йәшәй алмаҫ инем. Тимәк, бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға – ике бер туғандың йәнен күккә осорорға кәрәк. Уның, һеңлемдең, һәм үҙемдекен. Ә мин тормошто яратам. Ныҡ-ныҡ! Иртән, ғәҙәтемсә төшкә етәрәк, уянып, йылы урындан тормай, иркәләнеп кирелеп-һуҙылырға, тәҙрәнән күккә ҡарап онотолоп ятырға яратам. Үҙемә үҙем йылмайырға. Төрлө холоҡло күк йөҙөнә, ҡайнар ҡояшҡа, наҙлы елгә, ҡабатланмаҫ ҡар бөртөктәренә, йылғыр ямғыр тамсыларына, йәшел үләнкәйҙәргә, елпелдәк күбәләктәргә, үткенселәргә лә йәлләмәй һөйөү йылмайыуын бүләк итәм... Ҡосаҡлашырға яратам! Көслө ағастарҙы ҡосаҡларға. Сафлыҡ бөрккән балаларҙы ҡосағыма алырға. Тоғролоҡтоң үҙе булған эттәрҙе лә ҡосаҡлайым ғына! Наҙға сарсаған ололарҙы ҡосаҡлаһам да йән рәхәте миңә. Иң татлы мәлдәр шул. Мине “ҡырағай” тигән булалар. Хаталаналар. Ни бары миңә бала саҡта ҡосаҡлау етмәгән. Шуға ла сәйерерәк булып үҫкәнмен. Хәйер, бәлки, әйтмәксе лә, бер аҙ ҡырағайыраҡмындыр ҙа: яңылыштан ғына ла яттарҙың иңбаштары, терһәктәре, ҡулдары тейеп китһә, уйлап та өлгөрмәйенсә яуапҡа йә тибә, йә һуға алам. Уның ҡарауы үтә көләкәсмен. Йылмайыуыма кешеләрҙең йә аптырап, йә күпселектә йәне көйөп ҡарап үткәнен йыш һиҙәм. Ҡараштары: “Сирле инде әллә?!” - тигәнде ярып һала. https://kungak.ru/news/fate-life/2026-08-28/yarat-an-a-lter-m-4795097

