Перейти к содержимому
Максиметер

📍СЕМӘРҺЕҘ ҺАНДЫҠ

📍СЕМӘРҺЕҘ ҺАНДЫҠ Йөҙөнән йылмайыу китмәй, көйләй-көйләй, ихатала ейәндәренә әүһелдәк әтмәләп йөрөгән абышҡаһына ҡарап, йәшелсә баҡсаһынан йәш ҡыяр алып сығып килгән Мәүлиҙә ауыҙ эсенән генә: “Эй, диуана, кирелегеңә барып, ошо бәхеттән дә баш тартып ҡараған кеше бит һин”, тип ҡуйҙы. Әйтерлеге лә бар шул – Байморатының кире яғы ҡуҙғалһа, алдына сығырмын, тимә. Хатта хаҡ түгел икәнен белһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып, ҡарышҡырланып ала ла китә инде. Заттары менән шулайыраҡтар. Уның ҡарауы донъя көтөүгә бик мөстәндәр. Ике ағайы ла хан һарайындай йорттар һалып, уны тирә-яҡтан тимер менән ҡоршап алып, башҡалар күҙенә артыҡ салынмай, кеше менән бигүк аралашмай, үҙ көйҙәрен генә көйләберәк донъя ҡыуалар. Баймораттың донъяһына ла турғай ҙа осоп инерлек түгел. Ҡыҙы шылтыратып, ғаиләһе менән өс көнгә ҡайнағаһының улының туйына ҡайтып китәсәктәре, шул мәлдә балаларҙы уларҙа ҡалдырып торорға ниәтләүҙәре тураһында әйткәс, йөрәкһеп, үҙенә урын тапмай бер булған Байморат, таң һыҙылғанын көскә көтөп алды ла, ана, ейәндәренә ҡара таңдан әүһелдәк элеп йөрөүе. Йөҙө һуң әле – гүйә, бөгөн ҡояш уның ғына битен яҡтырта - үҙе ихата ҡояшына әйләнгән. https://kungak.ru/news/literature/2026-09-06/sem-r-e-andy-4803124

387 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 010 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.