📍Спорт һарайында һәм «Батыр» клубында Воскресенский мәктәбен тамамлаған, МХО -ла һәләк...
📍Спорт һарайында һәм «Батыр» клубында Воскресенский мәктәбен тамамлаған, МХО -ла һәләк булған Иван Кувайцев иҫтәлегенә бағышланған йыл һайын үткәрелә торған волейбол турниры үтте. Ивандың дуҫтары, яҡындары, таныштары һәм төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан килгән волейболсылар йыйылды. Ете команда ҡатнашты. Еңеүҙе Ишембай яуланы, көмөш Ауырғазы районына эләкте, бронзаны Стәрлетамаҡ алды. Ивандың атаһы турнирҙың иң яҡшы уйынсыларын билдәләне: Андрей Андреев (Толбазы), Кирилл Алтынгәрәев (Мәләүез), Алёна Сараева (Стәрлетамаҡ) һәм Денис Мафтей (Ишембай).
Канал в каталоге Максиметера
1 013 подписчиков · Новости