«Милләттәр кросы-2026» — ул профессиональ спорт һөҙөмтәләрен күрһәтеү түгел, ә милләтен...
«Милләттәр кросы-2026» — ул профессиональ спорт һөҙөмтәләрен күрһәтеү түгел, ә милләтенә, диненә һәм йәшенә ҡарамайынса, бөтә халыҡты берләштерә алыр ихлас күңелле спорт ваҡиғаһы, Рәсәйҙә йыл һайын үткәрелгән иң ҙур күмәк йүгереү сараларының береһе. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән, «Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы» сиктәрендә ойошторолған кросс бөгөн Мәләүез ҡалаһында «Дан»мәҙәниәт һәм ял паркында үтте.