Мотай ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илвар Әлимғоловтар тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Мотай ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илвар Әлимғоловтар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уларҙың тормош юлы – сикһеҙ миһырбанлыҡҡа, эскерһеҙ һөйөүгә ҡоролған. 👍Ике ул үҫтергән атай менән әсәй малайҙарын бар күңеле менән ярата. Ғорурлығы ла, терәге лә булған улдары ҙурая башлағас, киң күңелле Әлимғоловтар тағы ла кемделер бәхетле итеү, күңел йылыһын бүлешеү хаҡында уйлана башлай һәм 2003 йылда туғыҙ айлыҡ баланы ҡарауға ала, унан тағы ике ҡыҙға уларҙың өйөндә күңел йылыһы, әсә наҙы табыла. Афарин, һеҙҙең һымаҡ оло йөрәкле кешеләр бик һирәк!❤