Башҡортостанда ҡотҡарыусылар ауырлы ҡатынлы ғаиләне эвакуациялаған
Башҡортостанда ҡотҡарыусылар ауырлы ҡатынлы ғаиләне эвакуациялаған Мәләүез районында Привольная яғында автомобиль ҡамалған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, унда дүрт кешенән торған ғаилә, шул иҫәптән бала һәм йөклө ҡатын булған. Ҡотҡарыусылар «Күперле»шарлауығы яғына ял итергә китеп барған кешеләрҙе осратҡан. Һауа торошоноң боҙолғандан һуң уларҙың машинаһы бата һәм улар үҙаллы юлға сыға алмай. Ҡотҡарыусылар уларҙы Нөгөш ауылындағы «Березка» турбазаһына тиклем эвакуациялай. Медицина ярҙамына бер кем дә мохтаж түгел.