Перейти к содержимому
Максиметер

📍Көҙ –

📍Көҙ – Һутлы баллы алмаларын Бәлешкә тип өҙ! Янып торған баландарын Муй(ы)нсаҡ итеп теҙ! Көҙ – Күҙ яуын алыр мөғжизә Баҙрап торған ҡуҙ! Сағыу япраҡ йәйғорҙарын Балаҫ итеп һуҙ! Көҙ – Асмандарға һөйөп баҡҡан Асыҡ яҡты йөҙ! Һарысайҙа хатта ай ҙа Һары ғына, еҙ! Көҙ – Һарыларға һабыштырыр Һағышына түҙ! Алтын ғына донъяларҙан Алтын бәхет һөҙ! Көҙ – Зәңгәр ҡулсатыр аҫтында Егет менән ҡыҙ! Саф хистәрен асмандарға Бәхет итеп һыҙ! Көҙ– Ҡупшы елән-ҡашмауҙары Шундай яҡын, үҙ! Төклө аяҡтарың менән, Әйҙә, түрҙән уҙ! Айзилә Мортаева.

372 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 011 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.