Өфөлә янған йорттан өс ейәнсәрен өләсәләре ҡотҡарған
Өфөлә янған йорттан өс ейәнсәрен өләсәләре ҡотҡарған Янғын бөгөн Өфө ҡалаһында Сарапул урамында сыға. Күп балалы ғаиләнең бер ҡатлы йортонда оло йәштәге ҡатын һәм өс бала була. Янғын верандала башлана һәм тиҙ арала бинаға күсә, сығыу юлын киҫеп ала. Өләсәһе тәҙрәне асып, күршеләренә өс ейәнсәрен тапшыра, шунан ғына үҙе сыға. Бер кем дә зыян күрмәгән, тип хәбәр ителә.
357 просмотров