📍"Авангард" - "Салауат Юлаев" 0:4
📍"Авангард" - "Салауат Юлаев" 0:4 Бөгөн юлаевсылар Омскиҙа уйнаны һәм хужаларҙы 4:0 иҫәбенә ҡыйратты. Көслө команда менән юлаевсылар түҙемлек һәм контрһөжүмдәр аша еңеүгә өлгәште. Айырыуса икенсе осорҙа шәп уйнанылар. Беҙҙекеләрҙән голдарҙы Джек Родуолд, Никита Щербаков, Вадим Шипачев һәм Ярослав Цулыгин индерҙе. Джек Родуолдтың быйылғы ике матчта өсөнсө голы. Вадим Шипачев та үҙенең оҫталығын күрһәтте. Ә ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовой ҡапҡаһына гол индертмәй һаҡлап ҡала алды. Афариндар! Иртәнән һуң Астанала "Барыс" менән сәкәләшәбеҙ. Ул бөгөн "Себер"ҙе ҡыйратты. Ҡарарбыҙ, кем күберәк гол индерер. "Башҡортостан" гәзите.
Канал в каталоге Максиметера
1 013 подписчиков · Новости