📍АЛИБИ
📍АЛИБИ РАМАЙ ҠАҺИР ...Лариса менән төн үткәреп, иртә таңдан тороп, кеше күҙенә күренмәҫ өсөн тиҙерәк ауыл яғына атланым. Ҡайтып мейескә ут яғып, макарон ҡыҙҙырып ашаным. Өй эсе йылынғас, ике сәғәттәй самаһы йоҡлап алдым. Ни тиһәң дә бөгөн төнгө сменаға бит. Кискеһен, хужалыҡтағы юҡ-бар эштәрҙе бөтөрөп, ҡапҡа алдын буран һалған ҡарҙан таҙартып, эшкә барырға йыйынып йөрөһәм, йорт алдына милицейский УАЗ-ик килеп туҡтаны. Өсәүҙең икеһе формала, береһе гражданский кейемдә. Быныһы, моғайын, оперативниктыр, тип уйлап та өлгөрмәнем: -Әйҙә, ҡустым, йәһәт кенә кейенә һал, беҙҙең менән бараһың! - тигән бойороҡ ишетелде. -Нимә булды, миңә эшкә барырға кәрәк, - тим тегеләргә. -Эш боҙғанһың, тегендә, бүлектә һөйләшербеҙ! – тип, ай-вайыма ҡарамай, ҡулдарыма сынйыр – бығау һалып, ҡабаландырып, УАЗ-икка ултыртып алып та киттеләр. 📌https://kungak.ru/news/literature/2026-10-11/alibi-ramay-a-ir-4840677