📍Күңелемде астым һәр кешегә,
📍Күңелемде астым һәр кешегә, Аяҡ сисмәй инеп киттеләр. Йөрәк янып, көлгә ҡалғас хистәр, Хәсрәтемде иҙеп үттеләр. Көслө саҡта — уста бик күп ҡулдар, Һүҙҙәр йылы, йөҙҙәр нур кеүек. Ә ҡолаһаң — яңғыҙ ҡалаһың да, Бар хистәрең моңһоу йыр кеүек. Күҙҙәрендә күрҙем мин күптәрҙең Өмөтөн дә, иҫәп-хисабын. «Дуҫмын», тиеп, һалҡын йәнле көйө Һуҙғандарын ялған ҡосағын. Күптәр көтә бары үҙ өлөшөн, Һирәк кеше һорай хәлдәрҙе. Шулай ҙа бар — һүҙһеҙ аңлағандар, Йылы иткән ауыр мәлдәрҙе. Һағынам мин хәҙер кешеләрҙә Сабый саҡтай ихлас ҡарашты. Бер йылмайыу йәнде дауалай ҙа, Яҡын итә алыҫ араны. Мин дә хәҙер элеккесә түгел, Йылмайыу ҙа ҡай саҡ һағайта. Тик күңелдә өмөт нуры йәшәй, Шул яҡтынан яңы таң ата. Элеккеләр менән бөгөнгөнөң Араһында йылдар, ай ята. Тик бер изге һүҙ ҙә ҡай саҡ килеп, Һүнгән ышанысты уята. Хәҙер беләм: донъя — киң бер дала, Тын да була, буран бурай ҙа. Кешеләргә кеше кәрәк тә ул — Ошо йәнгә йылы урай ҙа. © Фәнил Бүләков