Бөгөн Рәсәйҙә ашнаҡсылар көнө билдәләләнә. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимн...
Бөгөн Рәсәйҙә ашнаҡсылар көнө билдәләләнә. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусылары мәктәп ашнаҡсылары өсөн үҙенсәлекле сюрприз әҙерләне. Улар үҙ ҡулдары менән сағыу бүләк һәм ҡул эштәре эшләне. Уларҙа балаларҙың күңел йылыһы һәм ихлас рәхмәте сағылды. Уҡыусылар ашнаҡсыларға тәмле аш, ҡамыр ризыҡтары һәм көндәлек хәстәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте. Ҡотлауҙарға бөтә балалар ҙа ҡушылды. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар көн дә балаларҙың ашын файҙалы ғына түгел, тәмле итергә тырыша. Балалар өсөн был ысынлап та бик мөһим! Ашнаҡсыларыбыҙға хеҙмәттәре һәм изге күңелдәре өсөн ҙур рәхмәт!