📍ИРЕНЕҢДӘ ҠАЛДЫ БӘХЕТ ТӘМЕ Таңһылыу Баһауетдинова
📍ИРЕНЕҢДӘ ҠАЛДЫ БӘХЕТ ТӘМЕ Таңһылыу Баһауетдинова …Күрше ауылда йәшәгән ҡайынбикәһенең юбилейына барғайнылар. Ауылға он һатырға килгән йәш егетте күндереп, шуның машинаһының кузовында өйҙәренә юлландылар. Кабинаһында ла урын буш ине, тик егет кеше: "Риза булһағыҙ, ана, кузовҡа ултырығыҙ, теләмәһәгеҙ, үҙ мәйелегеҙ", - тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйғас, йөклө ҡатынын кабинаға ултыртыуҙы үтенеүҙең мәғәнәһеҙлек икәнлеген аңланы Харис. Кузовта былай яйлы ғына урынлаштылар. Ҡәҙерлеһен алдына ғына ултыртып алды. Егеттең һуҡмыш икәнлеген юлда туҡтап, һыра һемергән сағында ғына аңғарып ҡалды. Үҙе лә техникала “теше төшкән” кеше булғас, шөбһәләнеп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик юл да алыҫ булмағас, артыҡ ҡурҡыуға бирелмәне. Бажаһы һуңғараҡ, айыға төшкәс, үҙе алып барып ҡуйырға ла дәрт иткәйне. Тик, үкенескә, ҡабаландылар шул. Машинаһын үтә шәп ҡыуғас, бер тапҡыр кабина башына туҡылдатып, туҡтатып, яйыраҡ барырға ла үтенгәйне. Сөнки йөклө ҡатынының сытырайып-сытырайып ҡуйыуы йәнен өҙгөләне. Ләкин шофер егет: "Был тиҙлекме ней, оҡшамаһа, төшөп ҡалығыҙ, һеҙҙе кем көсләгән", - тип йәнә дорфа ғына ишеген япты. Дауамы https://kungak.ru/news/literature/2026-10-19/irene-d-aldy-b-het-t-me-4847468