Уф аллам, килеп терәлдем, артабан нимә эшләргә тип аптырап туҡтап ҡалдыңмы? Була бит шу...
Уф аллам, килеп терәлдем, артабан нимә эшләргә тип аптырап туҡтап ҡалдыңмы? Була бит шундай хәлдәр, була. Әммә бындай осраҡта һин үҙең генә үҙеңде ҡолаҡтарыңдан һөйрәп батып барған ерҙән сығара алаһың. Тыныслан. Нисек кенә ауыр булмаһын тыныслан! Ҡурҡыуҙан, төшөнкөлөккә бирелгән эмоцияларҙан сыҡ! Йыбанма, эшкә тотон. Ҡулың бармаймы? Сынаяғыңды йыу. Нәскийҙәреңде. Унан кухня иҙәнен. Артабан шулай йәшәгән ереңде таҙартып сыҡ. Нимәгәме? Таҙа урында уйлауы еңел, өҫтөңдән йөк төшкәндәй була Аяғыңа уңайлы кеды, кроссовки, калушмы кей ҙә, йәйәү йөрөп кил. Бер нәмә хаҡында уйлама, атла ла атла Хуш еҫле сәй эсеп ал. Сәйең бөткәнме? Йылы һыуҙы иң матур сынаяғыңа ҡой ҙа рәхәтләнеп эс кенә! Ҡағыҙ ал һәм булған проблемаңды яҙ. Янына уны хәл итеү юлдарын теҙ. Бер - ике көнгә был проблеманы ситкә ебәр, уйлама. Аҡсаһыҙ саҡта ла хәйер бир. Аҡсаң юҡмы? Яҡшылыҡ ҡыл, ихлас йылмайыу бүләк ит, урамда йөрөгән берәҙәк эт-бесәйҙе, ҡоштарҙы ашат. Һинең үҙеңде ҡулға алыуың яҡшылыҡтың уңышлы башланғысы. Ышан, йәме!!