Аяҡтар һыҙлағанда ярҙамы тҽйә
Аяҡтар һыҙлағанда ярҙамы тҽйә Һәр ваҡыт ярҙамы тҽйә торған төнәтмәне үҙебеҙ ҙә яһай алабыҙ. Бының өсөн алоэ гөлөнөң япрағын (алдан бер аҙна самаһы һыу һипмәҫкә), уртаса ҙурлыҡтағы әсҽ ҡыҙыл борос, бер аш ҡашығы кипкән чистотел ваҡлап турарға кәрәк. Шуңа ярты литр араҡы ҡушарға һәм ун көнгә ҡараңғы һалҡынса урынға ҡуйып торорға. Артабан төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға. Әлеге төнәтмә менән төндә теҙҙәр, аяҡ балтырҙары һыҙлаған салта ыуынырға кәңәш ителә. Шулай ук, һалкын тҽйгәндә, невралгия булғанда ауыртҡан, бешкән урындарға, тымау һәм гайморит булғанда танау тирәһенә, шешкән урындарға, биттәге һытҡыларға, баш тиреһе майлы булғанда сәс тамырына һөртөргә мөмкин.