КӨТӘМ ТИГӘН ИНЕҢ ДӘ...
КӨТӘМ ТИГӘН ИНЕҢ ДӘ... Туйға әҙерләнеп, мәшәҡәттәргә сумып йөрөгән мәле ине. Әсәһе менән барып, баҙарҙан күлдәк, фата, туфли һатып алдылар. Яңы модалағы туфли формаһын юғалтмаһын өсөн һатыусы эсенә иҫке гәзиттәрҙе йомарлап тултырҙы. Иртәнгеһенә ҡунаҡҡа килгән әхирәттәренә күрһәтмәк булып, Рәзилә уларҙы ҡабат кейергә тотондо. Шул саҡта туфли эсенән сыҡҡан йомарланып, йыртылып бөткән гәзит киҫәген күреп саҡ иҫтән яҙып йығылманы. Унан өс йыл буйы уйынан сыҡмаған Илшат ҡарай ине. Ҡыҙҙарҙа күлдәк ҡайғыһы ҡалманы. Улар гәзитте рәтләп, нимә яҙылғанын уҡырға тырышты. “Ваҡытһыҙ вафат булған милиция сержанты Илшат Ювыкаев иҫтәлегенә...” тигәнен генә уҡый алдылар. Йыртылған бит теүәл түгел ине... https://kungak.ru/news/literature/2026-11-01/k-t-m-tig-n-ine-d-g-lnur-yuatova-4860856