Перейти к содержимому
Максиметер

📍Асыулы сағыңда йыуын - тынысланырһың.

📍Асыулы сағыңда йыуын - тынысланырһың. Ҡысҡырып илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер. Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр. Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәиһә сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йә сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан. Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән алып ҡуйығыҙ һау булыр. "Бисмиллаһ"ты әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен- фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар. Өҫтәл, иҙәнең пак торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы бөхтә булһын- бәрәкәт килер. Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор- һаулыҡ артыр. Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр. Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла- насар итеп һөйләй алмаҫ.

272 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 027 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.