Балалар баҡсаһында сығарылыш байрамы - был һәр бала һәм уның ата-әсәһе өсөн айырым ваҡи... — 1 июня 2026 г. в 04:33:46.373
Балалар баҡсаһында сығарылыш байрамы - был һәр бала һәм уның ата-әсәһе өсөн айырым ваҡиға, был оло тормошҡа беренсе баҫҡыс. "Күбәләк" төркөмө кескәйҙәре яратҡан баҡсаһы,тәрбиәсе апайҙары менән хушлашты, балалар баҡсаһында үткәргән йылдарында алған белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте: бик күп йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы. Тәрбиәселәр балаларға яҡшы юл, уңышлы уҡыу һәм, әлбиттә, тыуған балалар баҡсаһын онотмауҙарын теләне. Аҡ юл,һеҙгә бәләкәстәребеҙ!🙏❤️

